Баш ҡалабыҙҙа "Ғүмеремде вариҫтарыма бүләк итәм" тигән фестиваль бара. Ул Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторола. Сара барышында мәғариф учреждениеларында инша, һүрәт бәйгеләре, шиғриәт кисәләре, әҙәби осрашыуҙар уҙғарыу ҡаралған. Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен төрлө телдәргә тәржемә итә, тематик күргәҙәмләрҙә ҡатнаша. Фестиваль 21 октябргә тиклем дауам итә.