+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2019, 17:10

«Аҡ тирмә» байрамы

Һәләтле балаларҙы бергә туплауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған фестиваль Стәрлетамаҡта быйыл 5-се тапҡыр үткәрелде, унда 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты.

Һәләтле балаларҙы бергә туплауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған фестиваль Стәрлетамаҡта быйыл 5-се тапҡыр үткәрелде, унда 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты.
«Аҡ тирмә»нең барлыҡҡа килеү тарихы бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районында «Урал батыр» республика конкурсында ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ уҡыусыларының ошондай сара үткәреү хыялы менән янып ҡайтыуына барып тоташа. Изге ниәтте ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, 3-сө башҡорт лицей-интернаты коллективы шунда уҡ күтәреп ала.
Сара бөтә ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған мәғариф алдынғыһы Әсмә Яхинаға бағышланған видеотаҫманы ҡарауҙан һәм тыңлауҙан башланды. Балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәрҙең «Торатау» ансамбле башҡарған «Башҡорт ритайымы» бейеүе «Аҡ тирмә»нең быуындан-быуынға күсәсәгенә ышанысты арттырҙы. Кемдер йырланы, кемдер шиғыр һөйләне. Берәүҙәр бейеп күрһәтте, икенселәр музыка ҡоралдарынан башҡорт моңдарын яңғыратты, театрлаштырылған тамашалар ҙа бик фәһемле булды.
Читайте нас: