-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2019, 14:55

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым!"

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында төбәк-ара конкурс уҙҙы.Ул Дыуан районының Мәсәғүт лицей-интернатында үтте. Сәхнәнең иң түренә "Әйлеләрҙең оранынан яралдым!" тигән һүҙҙәр яҙылғайны.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында төбәк-ара конкурс уҙҙы.
Ул Дыуан районының Мәсәғүт лицей-интернатында үтте. Сәхнәнең иң түренә "Әйлеләрҙең оранынан яралдым!" тигән һүҙҙәр яҙылғайны.
Сарала тик малайҙар ғына ҡатнашты. Конкурсанттарҙың йылдан-йыл арта барыуы айырыуса һөйөнөслө.
Әлеге ярышта Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Салауат райондарынан килгән 40-ҡа яҡын уҡыусы яҡшы сығыш яһаны. Улар иҫтәлекле бүләктәр алып, Тимер Йосоповтың рухын шатландырып ҡайтты.
Читайте нас: