Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә:” Тирә-яҡты таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләрен ойошторғанда халыҡ күңелен йәлеп итерлек яңғырап торған дәртләндергес моңло йырҙар, көйҙәр менән тулыландырырға. Бының өсөн онотолоп киткән шәмбе өмәләренә байрам төҫө индереп, яңынан тергеҙергә кәрәк тине”, – Башҡортостан республикаһының Хөкүмәт Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Шулай уҡ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Киреев әйтеүенсә 6-сы һәм 20-се апрелдә дөйөм республика буйынса тирә яҡ мөхитте таҙартыу буйынса шәмбе өмәләре уҙасаҡ. Был сарала торлаҡ-хужалыҡ техникаларының парады үтәсәге һәм өмәгә килгән һәр өмәсене йылы аш менән тәьмин итеү ҡаралған.