+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2019, 19:26

Интерактив карта

"...Уның исеме лә, шәхси кабинеты – бөтөнләй урынһыҙ, ҡулланыуға яраҡһыҙ”...

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм Өфө Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов ҡала һәм райондар буйынса асфальт юлдарҙа барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы ямау, төҙөкләндереү буйынса ил етәксеһе алдында отчет менән сығыш яһаны. “Интерактив карта юл хеҙмәттәре оператив саралар күрһен өсөн булдырыла. Республика халҡы сайтта теркәлә һәм дәғүәләре булған автомобиль юлы участкаһын картала билдәләй, фото һәм видео һала ала. Заявка автоматик рәүештә юлдың был участкаһы өсөн яуап биргән ойошмаға йүнәлтелә”, – тип һүҙен дауам итте Тимур Мөхәмәтйәнов.
“Ғөмүмән, 1-се апрелгә тиклем хәл ителеп эшләнеп бөтөргә тейеш булған насар юлдар интерактив картаһы һәм өҫтәлмә демо-версия – Интерфейс халыҡ өсөн бик ауыр. Уның исеме лә, шәхси кабинеты – бөтөнләй урынһыҙ, ҡулланыуға яраҡһыҙ”, – тине ҙур ҡәнәғәтһеҙлек менән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетытына урындағы муниципалетиттар менән берлектә график төҙөп, соҡорҙарҙы тиҙерәк ямау, төҙөкләндереү буйынса, юлдарҙа техник, санитар торошто яҡшыртыу, тәртип урынлаштырыу һәм ауыл-ҡалаларҙағы юлдарҙы тейешле хәлгә килтереүҙе, ил етәксеһе үҙ күҙ уңында тотасағын белдерҙе.
Читайте нас: