Махсус хеҙмәттәр был көндәрҙә төрлө урындарҙа барлыҡҡа килгән соҡор-саҡырҙарҙы ямауға ҙур көс һала. Әммә республика төбәктәрендә норматив талаптарға тура килмәгән тағы ла йөҙҙәрсә юл участкаларын табырға мөмкин. Бер нисә йыл элек Бөтә Рәсәй халыҡ фронты йөрөүгә яраҡһыҙ юлдар картаһын төҙөгәйне, ләкин ул үҙен аҡламаны. Бөгөнгө көндә соҡор-саҡырҙарҙы ямау өсөн яңы ысул ҡулланыла башланы. Был асфальтты ҡабаттан файҙаланыуҙа нигеҙләнә. Инфраҡыҙыл нурланыш ярҙамында ҡыҙҙырып иретеүгә ҡоролған аппаратты юл төҙөүселәр Мәскәүҙән яҙҙырып алған. Ҡоролма Рәсәйҙә етештерелә. Иҫке асфальт өлөштәрен 180 градус эҫелеккә еткереүсе керамик газ яндырғыстары үҙҙәре 900 градусҡа тиклем ҡыҙа. Ирегән масса тырма менән таратылып, талап ителһә йәнә онтаҡ өҫтәлеп тигеҙләп ҡуйыла. "Соҡорҙарҙы ямап төҙөкләндереү эштәре Башҡортостанда 15 июненә саҡлы тамамланырға тейеш", – тине Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.