+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2019, 16:52

Илгиз Кәримов

Мәскәүҙә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов ауырыуҙан донъя ҡуйған. Ул 1942 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. «Литературная Россия» гәзитендә, СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында, һуңынан «Молодой коммунист» журналында бүлек мөдире булып эшләгән. 2005 йылғаса «Оракул» журналын етәкләгән.

Мәскәүҙә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов ауырыуҙан донъя ҡуйған.
Ул 1942 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. «Литературная Россия» гәзитендә, СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында, һуңынан «Молодой коммунист» журналында бүлек мөдире булып эшләгән. 2005 йылғаса «Оракул» журналын етәкләгән.
Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ауыл адвокаттары», «Ғүмер миҙгелдәре» һәм башҡа әҫәрҙәрҙе рус теленә тәржемә иткән.
Илгиз Кәримов — әҙәби эсселар, сәхнә әҫәрҙәре авторы. Улар иҫәбендә Рус театры өсөн «Ярлыҡау» повесы буйынса «Ай һәм япраҡ ҡойолоу» (Айҙар Хөсәйенов менән бергә), Йәштәр театры өсөн «Йәләлетдин олатай» бар. Илгиз Кәримов тәржемәһендә «Ерәнсәнең 40 мәҙәге» башҡорт халыҡ әкиәттәре донъя күргән.
Читайте нас: