-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2019, 19:31

"Әсә һәм бала"

Сәләмәт ғаилә. Сәләмәт балалар. Сәләмәт мөхит. БР Ҡатын - ҡыҙҙар союзы конференцияһы шулай атала.
Ысынлап та, бик көнүҙәк мәсьәләләр буйынса бара бында һөйләшеү. Йәмәғәтселәр, ғалимәләр, психологтар, табиптар бик етди һорауҙарға яуаптар эҙләне.
Мине бер хәбәр айырыуса борсоуға һалды. Уҙған йылда республикала 13 бала алкоголдән һәләк булған. Йәш кенә ҡыҙсыҡтар аборт яһатҡан осраҡтар бар. Медицина фәндәре докторы Мәхмүзә Кәлимовна Ғәйнуллина, педагогия фәндәре кандидаты Мөнирә Әкрәмовна Абдуллина сығыштары иҫтә ҡалды, уйландырҙы. Алкоголик йәшәгән ғаиләлә тәбиәләнеүсе балаларға нисек ярҙам итергә? Ғаилә республика ресурс үҙәгенең "Әсә һәм бала" бүлексәһенең психологы Неля Ришат ҡыҙы Закирова бындай саҡта ярҙамға әҙер булыуҙарын бәйән итте
Читайте нас: