14-15 июндә Сибай ҡалаһы һәм Әбйәлил районында “Урал аръяғы – 2019” йәғни “Зауралье –2019” тип аталған, Бөтә Рәсәй инвестициялар һабантуйы уҙғарылыуы ҡаралған. "Был сарала урындағы хужалыҡтар ғына түгел, бәлки үҙ иленән ситтә йәшәүсе шәхси эшҡыуарҙар ҙа йәлеп ителер", – тип әйтте үҙенең сығышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.