“Аҡбуҙат” журналының 3-сө һанына КҮҘӘТЕҮ.
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле радиотыңлаусы дуҫтарыбыҙ!
Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙ: әсәй-өләсәйҙәр, һәм дә иң аҡыллы, һылыу бәләкәс ҡыҙсыҡтарыбыҙ, барығыҙҙы ла, яҡынлашып килгән 8-се март Бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрамы менән ҡотлайбыҙ! Гөл-сәскәнән генә ҡойолған, сихри матур тормош теләйбеҙ!
Бына инде “Аҡбуҙат”ыбыҙҙың 3-се һаны ла ҡотлау сәләмдәре йыйып һеҙҙең янығыҙға ашыға. Ә әлегә, беҙ уның асылып уҡыясаҡ биттәре буйынса ҡыҫҡаса ғына сәйәхәт ҡылайыҡ.
Шулай итеп, март айы һанының беренсе битен балалар өсөн бик бай эстәлекле, тәрбиәүи әһәмиткә эйә булған, матур шиғырҙар ижад иткән шағирә, Әлфиә Әсәҙуллинаның байрамға, тыуған ергә, илгә, тәбиғәткә, үҙебеҙҙең башҡорт теленә арналған шиғри күстәнәс емештәре асып ебәрә. Беҙ уны, юбилейы, тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Иҫән-һау булып, яңынан-яңы шиғырҙар ижад итеп, шатландырып тороуын теләйбеҙ.
Сираттағы күстәнәс Әбйәлил яҡтарынан. Зөһрә Бәшәрова кескәйҙәр өсөн “Ҡурай” исемле әкиәт алып килгән. Был тылсымлы, хиҡмәтле илдә, үгәй әсәй ҡул аҫтында көн күргән Мозафар исемле малайҙың мажаралы тормош юлы һүрәтләнгән.
4-5 биттәрҙә, ғәҙәттәгесә, “Бәпембә” рубрикаһы. Унда кескәй балаларҙың ижад емештәре, фото-рәсемдәре, һүрәттәре лә бихисап.
Артабан, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, 8-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Тайсинаның Мостай Кәрим ижадына эйәреп яҙылған хикәйәһе көтә.
8-9 биттәрҙә, инглиз телен өйрәнеүселәргә Айнар Байбулатов ижад иткән комикс урынлашҡан. Һүҙҙәр өс: башҡорт, рус, ә инглиз телендә иһә транскрипция менән әңгәмә төрөндә бирелә.
Дуҫтар, “Аҡбуҙат”тың уртаһында, һеҙҙең өсөн, тағы ла бер ижади күстәнәс. Унда Ейәнсура районы Ибрай ауылы уҡытыусыһы, шағирә Земфира Аҡбутинаның башҡорт һәм рус теленә тәржемә ителгән: “Сыйырсыҡ”, “Уҫал ата ҡаҙ”, “Көҙгөлө тараҡ”, “Әтәс” кеүек шиғырҙарын уҡығандан һуң, һағындырып өлгөргән яҙҙың килеүен тиҙләтер һымаҡ.
“Мин “5” алдым” рубрикаһында, Бөрйән районы Баҙал башланғыс мәктәп балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гүзәл Нурутҡулованың, урман йәнлектәре бәхәсе: “Минең әсәйем иң...иң...” тип аталған дүрт юллыҡ шиғырҙары менән танышырһығыҙ.
11-се биттә, Миңлегөл Тайсинаның, ғәҙәттәгесә, “Башҡорт телендә һөйләшәм” рубрикаһы урынлашҡан.
2018 йылда иғлан ителгән Мостай Кәрим исемендәге шиғриәт конкурсын дауам итә. Йәш һәләттәр ижады 12-се биттә.
Киләһе 13-сө биттә “Әкиәтем әкәйле” рубрикаһы. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан 8 йәшлек Әҙилә Солтанова ижад иткән “Биш ҡуян” әкиәтен уҡырһығыҙ.
Киләһе биттә, Тамара Искандәриә әҙерләгән Әбйәлил, Ауырғазы райондарынан фоторепортаж.
Өҫтәмә ҡуш табаҡ биттәрҙә, дуҫтарым, һеҙҙе сираттағы “Урал батыр” эпосына эйәреп эшләнгән, мажаралы комикс ҡаршы ала! Комикстың авторы даими рәссам Дамир Мөхәмәтйәров.
16-сы биттә, Зөбәйҙә Исламова Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған Башватҡыс-кроссворд әҙерләгән. Шунда уҡ, кескәйҙәр өсөн Булат Йәнекәйев көйөнә Абдулхаҡ Игебаев ижад иткән “Үҙем тектем” тигән йыр ҙа бирелгән.
Журналыбыҙҙың тышҡы һәм һәр битен билдәле булған оҫта рәссамдарҙың сағыу, бай һүрәттәре биҙәй. 4-се тышҡы биттә Санкт-Петербург ҡалаһынан фотоколлаж.
Хикәйә, әкиәт, шиғырҙар уҡып, кроссворд сисеп, уйындар уйнап, йырҙар йырлап ял сәғәттәрегеҙ күңелле уҙһын, хөрмәтле радиотыңлаусыларыбыҙ! Һау булығыҙ! Эфир тулҡындарында осрашҡанға тиклем!
3-сө һанға күҙәтеүҙе Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.