Һаумыһығыҙ, “Аҡбуҙат”тар! Һарытау (Саратов) өлкәһендә урынлашҡан бәләкәй генә башҡорт ауылы Мәҡсүттән һеҙгә бик күп сәләм. Беҙҙең мәктәптә бары дүрт бала: мин – Илнар һәм Ильяс –3-сө, ә Ләйсән менән Луиза 1-се класта уҡый. Башҡа милләт халҡы араһында йәшәһәк тә үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, аралашырға яратабыҙ. Аҙһанлы мәктәбебеҙҙе ябып та ҡаранылар, ә шулай ҙа атай-әсәйҙәр һорауы менән яңынан астылар. Уҡытыусыбыҙ Рима Ғәли ҡыҙы менән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ: яҙын, көҙөн ағастар ултыртабыҙ, ҡышын оло йәштәгеләрҙең урамдарын ҡарҙан таҙартабыҙ. Шулай уҡ ауылыбыҙ мәсете ишек алдарын да йыйыштырырға ярҙамлашабыҙ. Йома көндәрендә намаҙ уҡырға ла йөрөйбөҙ.
Беҙҙең ғаиләбеҙ ҙур: атай-әсәйем һәм өс малай, бер ҡыҙ туғаным бар. Төрлө спорт төрҙәрен, бигерәк тә футбол уйнарға яратам. Башҡортостанда йәшәгән дуҫтар эҙләйем. Һеҙҙән хаттар көтәм.