-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2019, 12:33

Ил башлығы Мөрәжәғәтнамәһе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Ил башлығының сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе башлыса Рәсәйҙең эске мәсьәләләренә арналды.
“Беҙҙең бурыстар оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Әммә стратегик маҡсаттар өсөн бөгөндән үк эшләргә кәрәк... Беҙ бары тик алға ғына барырға тейешбеҙ. Кешеләрҙе алдап булмай. Улар ике йөҙлөлөктө, үҙҙәренә ҡарата ихтирамһыҙлыҡты, ғәҙелһеҙлекте тиҙ тоя. Кеше өсөн нимә аныҡ эшләнгән, нимә уның һәм ғаиләһенең тормошон яҡшырта, шул мөһим”, – тине Владимир Путин сығышының башында.
Ил башлығы иң беренсе сиратта баланы яслиға, балалар баҡсаһына урынлаштырыу ауырлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел, тине. Һәр атай-әсәй рәхәтләнеп үҙ эшен эшләргә, матур шарттарҙа йәшәргә тейеш. Бының өсөн, йәшәгән йортона яҡын балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә, балалар дауаханаһы ла, кәрәкле магазиндар ҙа булырға тейеш. Яслиға, баҡсаға урынлаштырыу ҡыйынлыҡ килтермәһен. 2021 йылдың аҙағына тиклем 270 мең яңы урын булдырырға кәрәк. Шуларҙың 90 меңе ошо йылда эшләнергә тейеш. Өс йыл эсендә федераль һәм региональ бюджеттан 147 млрд.һум аҡса бүленергә тейеш, тине Владимир Путин. Шулай уҡ, яслиға йә булмаһа башҡа урынға документтар йыйыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмаһын ине, кеше күп ҡағыҙ менән башын ауырттырмаһын, бары тик бер ғариза ғына яҙып бирһен. Ҡалғанын ғаризаны ҡабул итеп алған ойошма үҙе эшләргә тейеш, тине Ил башлығы.
Читайте нас: