+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2019, 17:06

Телһөйәр шағирәнең яңы китабы

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы базаһында Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы һәм “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә арналған ҙур сара үткәрелде.


М.Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғ.М. Бүләкова уҡыусылар менән “Бер телдән дә телем кәм түгел” тигән темаға әңгәмә үткәрҙе, уҡыусылар менән йәнле аралашты. Билдәле булыуынса, Ер шарында бөтәһе 6000-гә яҡын тел иҫәпләнеп, уларҙың яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай (шул иҫәптән, беҙҙең башҡорт теленә лә). Ә бының төп сәбәбе аҙ ҡулланылған телдәрҙең киң таралған, дөйөм ҡабул ителгән телдәр тарафынан йотола барыуына ҡайтып ҡала. Ғәҙәттә, теге йәки был илдә, территорияла бөтә документация, мәктәптә һәм башҡа уҡыу йорттарында уҡытыу тап ана шул дөйөм ҡабул ителгән телдә (беҙҙә, мәҫәлән, нигеҙҙә, рус телендә) алып барыла, халыҡ та, бигерәк тә йәш быуын, күберәк шул телдә генә аралаша. Шуға күрә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы 21 февралде Халыҡ-ара тыуған телдәр көнө итеп иғлан итә.


Кисәнең артабанғы өлөшөндә күренекле шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриәнең күптән түгел генә Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында ике телдә – рус һәм башҡорт телдәрендә донъя күргән “Марафон” йыйынтығының исем туйы үткәрелде. Шағирәнең был йыйынтығына уның иң уңышлы шиғырҙары тупланған. Тамара Искәндәриә шиғриәте милли рух менән һуғарылған,ҡабатланмаҫ сағыу милли образдар менән байытылған.Быға “Ете ҡыҙ”, “Ҡурай”, “Башҡорт шағирәһе”, “Рухым”, “Уландарым”, “Башҡорт теле”, “Матурлыҡ”, “Таш йылға” һымаҡ шиғырҙар дәлил.

Кисәлә автор яңы китабының тарихы менән таныштырҙы, шиғырҙарын уҡыны. Мостай Кәрим исемендәге гимназия уҡыусылары ла, үҙ сиратында, әҙибәнең шиғырҙарын рус һәм башҡорт телдәрендә һөйләп күрһәтте. Ә инде әзербайжан ҡыҙы Элясова Сафина үҙе тәржемә иткән Т.Искәндәриәнең “Ер менән күк” шиғырын төрөк телендә уҡып ишеттерһә, Каюмат Абдултаммим “Әсәләр” шиғырын афғанса яңғыратты. Ә Мосалева Варвара менән Симонова Александра исемле рус ҡыҙҙары Мостай Кәримдең “Билдәһеҙ һалдат” шиғырын һөйләне. Шулай уҡ лезгин милләтле Ислам Гаджиев тигән малай үҙ телендә шиғыр ятланы. Газина Диананың ҡыл-ҡумыҙҙа “Ете ҡыҙ” көйөн, Мариэтта Юферованың башҡорт халыҡ ижады өлгөһө “Һаҡ менән Суҡ” бәйетен башҡарыуы ла тамашасыларға бик оҡшаны.

"Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире, шағирә Миңлегөл Тайсина Тамара Ишбулды ҡыҙын матур китабы менән тәбрикләп, уңыштар теләне. Биш йәшлек ҡыҙы Гөлнәзирәнең төшөргән һүрәтен тапшырҙы һәм балалар өсөн шиғырҙарын уҡыны.

Рәссам Дамир Мөхәмәтйәров уҡыусыларға комикс жанрының нисек тыуыуы, нисек йәнһүрәттәр, кино эшләүе тураһында бәйән итте.

Кисә аҙағында ошо күркәм сараны әҙерләүсе башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Иршат ҡыҙы Игликова һәм гимназия директоры Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева Тамара Искәндәриә ижадының йәш быуында милли рух һәм тыуған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ роль уйнауын билдәләп үтте. Шағирә иһә һәр сығыш яһаусы балаға изге теләктәре яҙылған китаптарын, журналдарын бүләк итте.

Яңы китаптарығыҙ менән уҡыусыларығыҙҙы һөйөндөрөп, башҡорт әҙәбиәтен фәһемле әҫәрҙәрегеҙ менән байытып, тулыландырып тороғоҙ, Тамара Ишбулды ҡыҙы, тиеп теләйбеҙ!
Читайте нас: