-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2019, 18:26

музыка мәктәбе

Китапханала музыкаль осрашыу.

Китапханала музыкаль осрашыу.
2019 йылда беҙ Башҡортостандың һәм Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарын билдәләйбеҙ. 47-се моделле балалар китапханаһында «100 йыл сәскә ата Башҡортостан» тип аталған әҙәби-музыкаль композиция уҙҙы. Был сарала 15-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм 122-се башҡорт гимназияһының уҡытыусыһы Зинфира Таҡлиф ҡыҙы Ахматова үҙенең 3-сө синыф уҡыусылары менән ҡатнашты.
Уҡыусылар, Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын тасуири итеп һөйләп, сараны асып ебәрҙеләр. Китапханасылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. «Өс таған», «Оҙон- оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме»китаптарына күҙәтеү, бигерәк тә балаларҙа бик ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Башҡортостандың ҡалалары, тәбиғәте, байлығы тураһында сәйәхәттә, квест- уйында ҡатнаштылар.
Айгөл Рәсүл ҡыҙы Йәһүҙина башҡорт халыҡ фольклоры төрҙәре тураһында һөйләп, бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Уҡыусылар башҡорт халыҡ эпосы «Урал-батыр»ҙың өҙөктәрен яттан һөйләп күрһәтте. 3-сө синыф уҡыусылары «Эт үҙенә нисек хужа тапҡан ?» башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе.
Сараның иң төп биҙәге булып – 15-се балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең һәм уҡытыусыларының сығышы булды. Талантлы йәш музыканттар башҡорт халыҡ әҫәрҙәренә төпләнеп эшләнгән музыкаль фрагменттар әҙерләгән. Ҡурайҙа, думбырала оҫта итеп уйап күрһәттеләр.Улар сығыштары менән һәр кемдең кәйефен күтәрҙе,сара тағы ла йәмләнеп китте. Был осрашыуҙан бөтәһе лә ҡәнәғәт булып ҡалды.
Китапханасылар тәрбиәләнеүселәргә, уҡытыусыларҙы профессиональ эше, ижади эшмәкәрлеге, уҡыусыларҙы әҙерләгәне һәм сарала әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте.
Любовь ОСНАЧ, китапхана мөдире.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: