+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2019, 16:38

музыканттар

Музыканттар үҫтерәбеҙ.

Шаҡша биҫтәһе бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, музыкаль яҡтан талантлы балалар бик күп. Уларҙың күбеһе 15-се балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнәләр. Айнур Әхмәт улы Искәндәров (директор) һәм Алмаз Фанзат улы Әхмәтов (директор урынбаҫары)музыка мәктәбе эсендә уҡыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырған. Малайҙар, ҡыҙҙар төрлө музыкаль ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Әлеге ваҡытта балалар өсөн (баян,аккордеон), башҡорт халыҡ(ҡурай,думбыра), ҡыллыһыҙғыслы(скрипка), фортепиано һәм башҡа музыка ҡоралдары бүлектәре эшләй. Мәҫәлән, уҡытыусы Альберт Хәйруллиндың баян дәрестәрендә төрлө моңло көйҙәр уйнарға өйрәнәләр. Бигерәк тә, балалар башҡорт халыҡ ҡоралдары менән ҡыҙыҡһыналар. Алмаз Әхмәтов һәм Руслан Кәримов тәрбиәләнеүселәренә тылсымлы ҡурай серҙәрен асһалар, Фидәлиә Өмөрғәлинә думбыра ҡылдарын тартырға өйрәтә. Бында улар ҡоралдың бөтә нескәлектәренә төшөнә, төрлө байрам- сараларҙа ҡатнашып, сығыштар яһап таланттарын күрһәтәләр. Бәлки, был уҡыусылар араһында буласаҡ билдәле музыканттар, композиторҙар,милли ҡоралдарҙы пропогандалаусылар үҫерҙәр.
Айгөл Йәһүҙина, китапханасы, Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: