-10 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2019, 18:07

Ижад шатлыҡтары

21 февралдә, сәғәт 12.30, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Өфөнөң М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Тамара ИСКӘНДӘРИӘНЕҢ "Марафон" китабы исем туйы үтә.

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы баш ҡалаһы Нальчиктан посылка килеп төштө. Нимә икән был торба эсендә? Ә! “Марафон” тигән китабымдың исем туйы өсөн плакаттар ебәргән икән нәшерсе Юруслан Болатов! Әйткәндәй, китап «N Ardis» нәшриәтендә юғары сифатлы ҡағыҙҙа сыҡты. Башҡорт һәм рус телдәрендә. Уның биҙәлешен, заманса дизайнын “нәзәкәтле минималлек” тип атап булыр ине. Иң мөһиме, үҙемә оҡшаны!
“Марафон” китабының презентациялары Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда бара. Быға тиклем исем туйҙары Нальчик университетында, китапханала, Пятигорскиҙа үткәйне. 21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Өфөнөң М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ижад марафоны менән танышыу буласаҡ. Артабан, дуҫтар, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы, шулай уҡ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, “Марафон” китабының презентациялары Өфөлә (иғландарҙы күҙәтеп барығыҙ!), Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Мәләүездә, Күмертауҙа, Бөрйәндә, Сибайҙа, Магнитогорскиҙа,Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үтәсәк.
Получила посылку из Нальчика. Плакаты для презентаций моей книги “Марафон”, вышедшей в издательстве «N Ardis» в Нальчике на двух языках – башкирском и русском. Изысканный минимализм – так бы я назвала ее дизайн. Я довольна, не стыдно показать в любой стране мира))). Успешно прошли презентации в Нальчике, Пятигорске. Ждите нас, города Башкортостана, Магнитогорск, Сочи, Москва и Санкт-Петербург! Думаю, список мест, где мы будем с книгой “Марафон”, еще увеличится))). Обязуюсь делать репортажи!
https://youtu.be/GWBOgAgi3JY
Читайте нас: