+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2019, 17:20

Хаттар яҙам ултырып...

Беҙгә Архангел районы Тәүәкәс ауыл китапханаһы мөдире Гөлнара Сәғит ҡыҙы Ташбулатова хат ебәрҙе. "Китапханала балалар менән китап-журналдар уҡығас, ҡул эштәре менән булып алабыҙ. Хәҙер бик уҡырға ынтылып бармай балалар. Нисек тә булһа, балаларҙы ҡыҙыҡһындырырға тырышам.

Беҙгә Архангел районы Тәүәкәс ауыл китапханаһы мөдире Гөлнара Сәғит ҡыҙы Ташбулатова хат ебәрҙе. "Китапханала балалар менән китап-журналдар уҡығас, ҡул эштәре менән булып алабыҙ. Хәҙер бик уҡырға ынтылып бармай балалар. Нисек тә булһа, балаларҙы ҡыҙыҡһындырырға тырышам."Телеүҙәк" тапшырыуын, "Әлләсе" уйынын яратып ҡарайбыҙ,"Алтын тирмә" уйынын уйнайбыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ. М.Кәримгә видео-конкурс һәм Башҡортостандың 100 йыллығына әҙәби кисәләр үткәрәбеҙ. "Инйәр" гәзитендә "Күңелле тәнәфестә" тигән рубриканы уҡытам, яңылыҡтар менән таныштырам, "Аҡбуҙат"ты уҡыйбыҙ. Быйыл "Театр йылы" булғас, әкиәт тә ҡуйырға уйлайбыҙ. Был фотола 2-се, 3-сө класс уҡыусылары. Таймас Бадранов, Азалия Иштуғанова, Русалина Юлмөхәмәтова, Иҙәлиә Ишмөхәмәтова, Ибраһимов Марат бик әүҙем балалар. Тәүәкәс төп дөйөм биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы Аҫылбаева Гөлфиә Лоғаман ҡыҙы менән бик матур эшләйбеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт, уңыштар теләйем!
Читайте нас: