Сибайҙың “Таусы” хоккей командаһына ярыштарға йөрөү өсөн күптән көтөлгән автобус тапшырыласаҡ. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы власть етәкселәренә бына ошондай бурыс йөкмәтте.
Ул “Ирәндек” боҙ һарайында командала уйнаған йәш хоккейсылар менән осрашып, аралашты. Директор Ғаяз Ғәлиәкбәров әйтеүенсә, бында фигуралы шыуыу, шорт-трек, хоккей менән 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.
“Һеҙҙең ҙур еңеүҙәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйем, – тине Радий Фәрит улы йәш спортсыларға. – Арағыҙҙан, моғайын да, беҙҙең төп хоккей клубы “Салауат Юлаев”та уйнарлыҡ спортсылар үҫеп сығыр, тиеп уйлайым”.
Спортсыларҙың әсәләре лә республика етәксеһенә автобус өсөн рәхмәт әйтте, балаларыбыҙ Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлар, тигән ышаныс белдерҙе.