+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2019, 13:31

Радий Хәбиров йәш журналистар менән

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ҡалалағы “Толпар” балалар телеканалының йәш журналистары менән дә аралашты. 9-сы лицейҙың 8 класс уҡыусылары Айзилә Ҡәҙербаева һәм Тимур Байрамғолов республика етәксеһенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ҡалалағы “Толпар” балалар телеканалының йәш журналистары менән дә аралашты.
9-сы лицейҙың 8 класс уҡыусылары Айзилә Ҡәҙербаева һәм Тимур Байрамғолов республика етәксеһенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Радий Фәрит улы бала сағында “Хайуандар донъяһында” тапшырыуын ҡарарға яратҡаны, уны алып барыусы Николай Дроздов кеүек ошо өлкәне өйрәнергә хыялланыуы һәм биология факультетына уҡырға инергә теләүе хаҡында һөйләне.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул мәктәптә тырыш, тыңлаусан уҡыусы булған, “4” һәм “5”билдәләренә генә өлгәшкән.
“Сибай балаларына мин иң беренсе һаулыҡ теләйем, – тине республика етәксеһе. – Оло тормош юлына аяҡ баҫҡанда бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, ауырлыҡтарға бирешмәгеҙ, шул саҡта барыһына ла өлгәшәсәкһегеҙ! Әлегеләй бик шәп кешеләр булып ҡалыуығыҙҙы теләйем!”
Читайте нас: