-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2019, 14:05

Афарин, Борай уҡыусылары!

Борай районында уҡыу алдынғыларының слеты үтте. Ошо көндәрҙә район үҙәге Борайҙа тантаналы кисәлә яҡшы уҡыусылырҙы ҡотлау булды.

Борай районында уҡыу алдынғыларының слеты үтте. Ошо көндәрҙә район үҙәге Борайҙа тантаналы кисәлә яҡшы уҡыусылырҙы ҡотлау булды.
2017/2018 уҡыу йылын 343 ҡыҙ һәм егет тик “5” билдәләренә генә тамамлаған. “Уҡыуҙағы уңыштар өсөн” миҙалы менән 35 сығарылыш уҡыусыһы бүләкләнгән. Борайҙарҙың Башҡортостан ғына түгел, ә Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ла еңеү яулауы маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән,8 класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлиева (Борай ауылының 2-се гимназияһы) менән 9 класс уҡыусыһы Марат Шафиҡов (Борай ауылының 3-сө мәктәбе) бишәр предметтан юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм икешәр предметтан призер булған икән.
Читайте нас: