Сибай ҡалаһындағы карьерҙа тау тоҡомдары быҫҡып янып һауаны көкөрт диоксиды менән бысраныуы арҡаһында 500 бала бушлай Ҡырым шифаханаларына ебәрелә. Шулай уҡ үҙебеҙҙең Башҡортостандағы «Талҡаҫ» шифаханаһы һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты профилакторийҙары ла балаларҙың һаулығын нығытыр өсөн тағы өҫтәп 70 юллама бүлә.