+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2019, 16:30

Субсидия

Республика ҡаҙнаһынан субсидия.

Радий Хәбиров етәкселегендә үткән БР Хөкүмәте президиумының ултырышында: “Төбәктәге ун ҡала һәм муниципалитеттан 58 спорт мәктәбе республика ҡаҙнаһынан субсидия аласаҡ”, тигән ҡарар ҡабул ителде. Бүленгән аҡсаға төрлө спорт төрө менән шөғөлләнгән 1177 спортсы өсөн кейем-һалым, шулай уҡ төрлө спорт кәрәк-яраҡтары алынасаҡ. Базалар спорт йыһаздары, инвентарь менән тулыландырыласаҡ. Шулай уҡ спорт мәктәптәре йыйылма командалары ағзаларын әҙерләп тәрбиәләү программалары ла эшкә ашырласаҡ.
Читайте нас: