1 февралгә саҡлы Өфөләге боҙ ҡаласыҡтарында ҡуйылған яңы йыл биҙәге – шыршыларҙы йыйып алыу, шыуғалаҡтарҙы, шулай уҡ боҙҙан эшләнгән һындарҙы йыйыштырыу эштәре башҡарыласаҡ. Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин йыйылма кәңәшмәлә әйтте. Ҡала буйлап бары 130 йәшел ҡупшыҡай, 10 боҙҡаласыҡ ҡуйылған булған.