+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2019, 01:10

өс яңы күпер

Өс йыл эсендә - өс яңы күпер!

Өс йыл эсендә - өс яңы күпер!
Ошщо көндәрҙә Госкомтранс үткәргән кәңәшмәлә Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы аша өс йыл эсендә - өс яңы күпер төҙөү тураһында һүҙ барҙы. Ҡуйылған маҡсат буйынса беренсе күпер ҡаланың Интернациональ урамы яҡлап Черниковка биҫтәһен М7 юл трассаһы менән тоташтырасаҡ. Икенсеһе, Дим биҫтәһенән Нижегородкаға булһа, өсөнсөһө инде Өфө аэропорт трассаһы буйлап Кузнецов затоны аша Менделеев урамына барып сығасаҡ. Был күперҙәрҙе төҙөр өсөн Ҡытай инвесторҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән. Шулай уҡ, күперҙәр ҡулланыуға индерелгәс, киләсәктә түләүле булыуҙары ла күҙ уңында тотола.
Читайте нас: