+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2019, 00:37

Cалауат

Аҡланмаған өмөт...

Аҡланмаған өмөт...
Салауат ҡалаһындағы берҙән-бер Бала табыу йортоноң Екатеринбург ҡалаһында урынлашҡан шәхси фирма ҡулына күсеүе ошо дауаханала эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең өмөт-ышанысын аҡламаны. Ваҡыт менән таушала башлаған бинаны төҙөкләндереү өсөн ике йөҙ һикһән миллион һум (280 000 000) аҡса бүлергә вәғәҙә иткән фирма хужаһы менән дауаханала эшләгән хеҙмәткәрҙәр араһында киреһенсә аңлашмаусанлыҡтар килеп тыуҙы. Төрлө етешһеҙлектәр, артҡа тәгәрәгән күрһәткестәр, түбән медицина ярҙамы, шулай уҡ бала табыу йортонда атай-әсәй булыу бәхетенә ирешә алмай күҙәтелгән ауырлы (йөклө) ҡатындарға ла кире йоғонто яһаны.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров: “ Салауаттағы Бала табыу йортонда килеп тыуған был хәлде Һаулыҡ Һаҡлау министрлығына күҙ уңында тоторға һәм күҙәтеп барырға ҡушты. Һәм киләсәктә бөтә регионда булған бала табыу йорттарында, шулай уҡ перенаталь үҙәктәрҙә тулыһынса тикшерелмәгән килешеүҙәргә рөхсәтһеҙ ҡул ҡуйыуға ҡәтғи рәүештә сик ҡуйҙы. Ә Салауат ҡалаһында килеп тыуған аңлашмаусанлыҡтан төшөнкөлөккә бирелмәй аҡыл менән эш итеп сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк”, - тине ил башлығы.
Читайте нас: