Башҡортостан журналисы, йәш яҙыусы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты – 29 йәшлек Айгиз Баймөхәмәтов сит илдәрҙә лә танылып өлгөргән шәхес.
Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылда Белорет районының Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Үкһеҙ етем ҡалғас, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
Үҙ илендә генә түгел, шулай уҡ башҡа сит илтелдәренә тәржемә ителеп өлгөргән билдәле әҫәре менән ҙур таныулыҡ яулаған егет бөгөн ҙур ҡыуаныс кисерә. Авторҙың “Ҡалдырма мине, әсәй” повесы, Ҡазахстандың Күкшетау ҡалаһындағы яңы драмтеатрҙың премьераһы булып - “Асыл арман! (“Заветная мечта”) тип аталған яңы исем менән асыласаҡ. 13 актерҙан торған труппала бөгөнгө көндә спектаклгә әҙерлек бара. Спектаклдең төп өлөшө итеп Өфө драматургы Әнгизә Ишбулдина менән режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың әҙер инсценировкаһы алынған. Автор 2019 йылдың 20 февраленә премьера ҡарарға саҡырыу ҡағыҙы алған.