+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 15:20

"Йыл уҡытыусыһы – 2019" башланды

Ғафури районы Красноусол 2-се урта мәктәбендә 22 ғинуарҙа “Йыл уҡытыусыһы – 2019” конкурсы башланды. Унда райондың төрлө мәктәптәренән 12 бәйгесе ҡатнаша.

Ғафури районы Красноусол 2-се урта мәктәбендә 22 ғинуарҙа “Йыл уҡытыусыһы – 2019” конкурсы башланды.
Унда райондың төрлө мәктәптәренән 12 бәйгесе ҡатнаша. Бына улар: Юлыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзәлә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова, Аҡкүл мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Ольга Анатольевна Аҡбашева, Яңғыҙҡайындан башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлфиә Ғәлимулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова, юғары категория), Үзбәктән башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилфиә Рәис ҡыҙы Шәрипова (стажы – 29, 1-се категория), Ҡауарҙы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәнзилә Мөхәмәт ҡыҙы Мозафарова, Ҡарағай мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Хисаметдин ҡыҙы Салауатова, 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Викторовна Иванова, Красноусолдың 1-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы Алевтина Григорьевна Ермолаева, шул уҡ мәктәптең музыка уҡытыусыһы Зөбәржәт Мәжит ҡыҙы Усманова, Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Олег Сергеевич Николаев, Аҡкүл мәктәбенән география уҡытыусыһы Алла Алексеевна Павлова, Красноусолдың 2-се мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Айгөл Азат ҡыҙы Йәркәева.
Уҡытыусыларға уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: