-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 13:02

Һыуыҡтарҙа дәрес ҡалдырырға яраймы?

Башҡортостанда көслө һыуыҡтар осоронда дәрестәрҙе үткәрмәү тураһында ҡарарҙы, һауа шарттарын һәм уҡыусыларҙың грипп вирусы инфекцияһы менән сирләү кимәлен иҫәпкә алып, һәр мәктәп үҙаллы ҡабул итә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр төбәктең Мәғариф министрлығында.

Шул уҡ ваҡытта баланы дөйөм белем биреү мәктәбенә ебәреү-ебәрмәү ҙә ата-әсәнән тора.
Санитар нормаларға ярашлы, ауыл мәктәптәрендә башланғыс кластарға — 23 градус, ҡала мәктәптәрендә 25 градус һалҡында дәрестәр булмай. Ауыл ерендә 5-9 класс уҡыусыларына — һауа температураһы 25 градустан түбән булһа, ә ҡалала 27 градус һыуыҡта уҡырға бармаҫҡа мөмкин. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары — 30 градус, ә ҡаланыҡылар 32 градус һыуыҡта.
http://www.bashinform.ru/news/1264618-pri-kakoy-temperature-ne-khodyat-v-shkolu-deti-i-otmenyayut-zanyatiya-minobrazovaniya-bashkirii/