2018 йыл аҙағында яңы корпус төҙөүгә аҡса бүленгәйне. Яңы йылдан авария хәлендәге баҡсаны һүтә башлайҙар. Әле ике иҫке бина тулыһынса емерелгән, төҙөлөш ҡалдыҡтары ситкә сығарып һалынған. Нигеҙ һалыуға ныҡлы әҙерлек башланған да инде. Эшкә күпләп техника ла йәлеп ителгән. Проектҡа ярашлы, бында 4537 квадрат метрлыҡ балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе хеҙмәтләндерәсәк. Өс ҡатлыҡ заманса баҡса йыл аҙағында сафҡа индереләсәк.