-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 13:48

Спорттағы уңыштар

Үрге Йәркәйҙә үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында бокс буйынса асыҡ республика беренселеге уҙғарылды. Турнирға Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарынан иң көслө спортсылар йыйылды. Баҡалы спортсылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Үрге Йәркәйҙә үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында бокс буйынса асыҡ республика беренселеге уҙғарылды.
Турнирға Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарынан иң көслө спортсылар йыйылды. Баҡалы спортсылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Үҙҙәренең ауырлыҡ үлсәмендә Азат Исламов, Илназ Нурғәлиев, Вадим Миңлегәрәев, Тимур Камалетдинов алтын миҙалға, Савелий Асанбаев, Радим Ғүмәров, Денис Часовский, Данил Ишембаев – бронза миҙалға лайыҡ булды.
Яна Аверина беренсе урын яулап, республиканың йыйылма команда составына инде. Ул бокс буйынса Пермь ҡалаһында үтәсәк Волга буйы федераль округы беренселегендә республикабыҙ данын яҡлаясаҡ. Спортсыларыбыҙға ҙур уңыштар теләйек!