+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 01:34

Реабилитация

Владимир Владимирович Путин саҡырыуы буйынса...

Реабилитация үҙәгенә барышлай, 15 йәшлек Арыҫлан Ҡәйепҡолов "Внуково" аэропортында Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Владимирович Путин саҡырыуы буйынса туҡталыш яһай. Ул Президенттың йәшерен шәхси самолеты ИЛ 96300 бортына сәйәхәт итергә ризалыҡ ала. Быға тиклем бындай мөмкинселек бер кемгә лә бирелмәгән.
Иң ауыр сирҙәрҙең береһе - беренсе төр иммунодефицит ауырыуына дусар булған малай, үҫкәс корреспондент булып эшләү хыялы менән йәшәй. "Йәш корреспондент" булараҡ, Арыҫлан үҙенең беренсе видеорепортажын лайнер эсенән алып бара. Самолет эсендәге йоҡо, кейем, һыу ҡойоноу бүлмәләрен төшөрөп ала. Хатта Президенттың креслоһына ултырып, эш бүлмәһенән репортаж алып бара. Сәйәхәт аҙағында тура элемтә аша ил Президенты менән дә әңгәмәләшә, үҙенең асыштары менән бүлешә.
Егет ҡорона ла инеп өлгөрмәгән үҫмер, ошо сир арҡаһында ҡаланан-ҡалаға, самолетта 100 сәғәтләп осош яһаған. "Йәшәү өсөн кәрәкле препараттың бер (1) ҡабы өс миллион һумдан (3000000) артыҡ тора. Аҡса еткерә алмағас "Хәйриә фонды" ярҙам итеп торҙо. Президентыбыҙ менән орашыуҙан һуң Арыҫландың һаулығы ныҡлы иғтибар үҙәгенә алынды", - ти Арыҫландың әсәһе Винера ханым.
Читайте нас: