+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 15:02

Мәктәптәге ыңғай үҙгәрештәр

Нуриман районы Яңы Субай ауыл хакимиәте бына өсөнсө йыл инде ауыл томошон күтәреү программаһында ҡатнаша. Ошо программа ярҙамында ике ҡатлы мәктәптең тәҙрәләре алыштырылған, уҡыусы балаларға автобус көтөү туҡталыштары эшләнгән.

Нуриман районы Яңы Субай ауыл хакимиәте бына өсөнсө йыл инде ауыл томошон күтәреү программаһында ҡатнаша. Ошо программа ярҙамында ике ҡатлы мәктәптең тәҙрәләре алыштырылған, уҡыусы балаларға автобус көтөү туҡталыштары эшләнгән. Ә 2018 йылда ошо проект урындағы мәктәптең бәҙрәфен яңыртыуға йүнәлтелгән.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 835 мең һум аҡса сарыф ителгән. Шуның 542 меңе – республика бюджетынан, ҡалған сумма – район бюджетынан.Ауыл халҡы ла дәррәү 84 мең аҡса йыйып тапшырған. Шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙар ҙа мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәткән. Хәҙер Яңы Субай мәктәбендә, йылыла, бәҙрәф бүлмәләре, йылы һыу бойлеры, канализация системаһы эшләй. Ҡалған аҡсаларға йылытыу системаһы һәм эске ишектәр эшләнелгән. Барыһы ла халыҡтың тормошон, йәшәү кимәлен яҡшыртыуға ҡоролған булыуы бик ҡыуандыра!
Читайте нас: