Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров Сибай карьерына барып таусылар менән осрашҡан, эш барышы менән танышҡан.
“Килеп сыҡҡан хәлде бөтөрөү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Эш әүҙем бара. Ҡалалағы экологик хәл беҙҙең һәр беребеҙҙе борсой. Проблеманы хәл итеү өсөн республика етәкселеге, ғалимдар, табиптар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм депутаттар – барыһы ла тырыша: ”, – тине Денис Назаров.
Шулай уҡ ул Сибайҙың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында була, балаларға бүләктәр һәм емеш-еләктәр килтерә. Денис Назаров приютҡа тәүге йыл ғына ярҙам итмәй, даими килеп тора. Әле лә унда тәрбиәләнеүселәр менән аралашҡандан һуң, уларҙың музыка менән шөғөлләнергә теләүҙәрен асыҡлай. Киләһе килгәнендә гитара һәм башҡа музыка ҡоралдары бүләк итергә вәғәҙә бирә.