23 ғинуарҙа Бөтә Рәсәй биология буйынса олимпиаданың төбәк этабында ҡатнашырға килгән ун ике (12) уҡыусы һәм бер уҡытыусы “Амакс Турист” ҡунаҡханаһынан эс ауырыуы менән башҡаланың 4-се һанлы йоғошло сирҙәр дауаханаһына оҙатыла. Табибтар һөйләүенсә, ун бер (11) баланың хәле уртаса ауырлыҡта булһа, бер уҡыусы ауыр хәлдә. Был ҡунаҡханаға олимпиадаға килгән йөҙ ҡырҡ (140) уҡыусы бала урынлаштырылған булған. Әлеге көндә тикшереү эштәре бара.