+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2019, 02:00

Ашханалар

Бөгөн беҙ уҡыусы балаларҙың нисек дөрөҫ итеп туҡланыуҙары тураһында әңгәмәләшергә булдыҡ.

Балалар һаулығы тураһында бик күп тапшырыуҙар эшләнә, мәҡәләләр яҙыла. Ә шулай ҙа был тема һаман да үҙәктә, актуаль булып ҡала. Бөгөн беҙ уҡыусы балаларҙың нисек дөрөҫ итеп туҡланыуҙары тураһында әңгәмәләшергә булдыҡ.
Шулай итеп, хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙҙең бала мәктәптә нисек туҡлана? Эҫе һурпалы (беренсе төр) аш ашаймы? Күберәк аш ашаймы, әллә инде (икенсе төр) һурпаһыҙ ашты хуш итәме? Ниндәй ярманан бешергән бутҡа ярата? Ниндәй ҡамыр аштары оҡшай? Майҙа бешкән бөйөрөктәр (пирожки), мойонез ҡушып эшләнгән пиццалар һ.б. ашамлыҡтар мәктәп буфеттарында булырға тейешме? Файҙаһына күрә, зарары юҡмы, һеҙ нисек уйлайһығыҙ был турала?
Ә мәктәп-гимназияларҙағы ашханала бешергән ризыҡтар балаларҙы, ата-әсәләрҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерәме? Ошо турала һөйләшеп алайыҡ әле, хөрмәтле төркөмдәштәр.
Читайте нас: