+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2019, 02:00

Темәстәр

“Йәйғор” “Йомроҡай”ҙары!

Баймаҡ районы Темәс ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһының "Йомроҡай" төркөмө ла көтөп алған Яңы йылды ҡаршыланы. Тәрбиәсе Зөбәйлә Калимулла ҡыҙы Исчурина менән берлектә үҙҙәренең сисенеү, уйын бүлмәләрен төрлө персонаждар һәм йыл хужаһы Ҡабанбай һүрәттәре менән матур итеп биҙәп ҡуйҙы, төрлө уйынсыҡтар, сылбырҙар эшләнеләр. Әүәләү дәрестәрендә Ҡар бабай, ҡар бөртөктәре, Ҡарһылыу, сана, саңғысы һындарын әҙерләнеләр. Ял ваҡыттарында ла ҡышҡа арнап һүрәт төшөрөү, йәбештереп эшләү, шиғырҙар ятлау, әкиәт, хикәйәләр уҡыу сәғәттәрен уткәрәләр. Афарин, “Йәйғор” “Йомроҡай”ҙары!
Читайте нас: