+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2019, 02:00

Гимнаст

Буласаҡ гимнаст!

Буласаҡ гимнаст!
Әлшәй районы Ҡырым ауылында йәшәгән бәләкәстәрҙең спорт кимәлен үҫтерер өсөн хәҙерге ваҡытта әллә ни мөмкинселектәр юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иң отҡорҙары, физик күнекмәләрҙе атай-әсәй ҡулы аҫтында, апай-ағайҙары менән бергә өйрәнә. Дүрт йәшлек Нил Ҡыҙрасов та бына үҙ теләге менән өйҙә гимнастика серҙәрен өйрәнә. Уңыштары менән район кимәленә сыҡмаһа ла тырыш, сәмсел малайҙың өлгәшеүҙәре яҡындарын шатландыра. Киләсәктә, бәлки, ул да район ғына түгел, ҡала, республика, хатта ил кимәлендә еңеүҙәр яулар!
Читайте нас: