Мин үҫкәс модель йә иһә визажист булырға хыялланам. Ә һеҙ беләһегеҙме кем ул визажист?. Ул матур итеп биҙәндереүсе. Әсәйемде, өләсәйемде биҙәндерергә яратам. Апайҙарым килһә, уларға ла макияж эшләйем.
Үҙемдең хыялымды әсәйемә әйткәс, мине Премьера моделдәр мәктәбенә уҡырға бирҙе. Беҙ визаж, стилистика, дефиле, актер оҫталығы, фотога төшөү, шейпинг, этикет дәрестәрен үтәбеҙ әле. Был мәктәптә укыу, һайлаған һөнәрем дә миңә бик оҡшай.