+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2019, 02:00

Биатлон

Максим Чудов та тап ошо спорт мәктәбенән ҙур спортҡа аяҡ баҫҡан.

Өфө районы Михайловка ҡасабаһында урынлашҡан дөйөм сыныҡтырыу спорт мәктәбендә биатлон ярыштары буйынса башланғыс мәктәп балалары төркөмө эшләп килә. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исемен яулаған Валерий Василий улы Ковалев уңыштарға ынтылыусан спортсыларға үҙенең бар булған һәләтен, белемен, күңелен бирә. Ҡасандыр уның ҡул аҫтында сыныҡҡан, өс тапҡыр Бөтә донъя чемпионы исемен яулаған, яҡташыбыҙ Максим Чудов та тап ошо спорт мәктәбенән ҙур спортҡа аяҡ баҫҡан. Биатлонда ҡышҡы һәм йәйге төр спорт күнекмәләре бар. Бында шөғөлләнгән йәш спортсылар тәү башлап ҡышҡы күнекмәләрҙе үҙләштерә, ә һуңында үҙ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Йәйгеһен дә шулай уҡ, икенсе төр күнекмәләргә күсеп, аҙағында үҙҙәренең алдына ҡуйылған һынауҙар аша үтеп көс һынаша. Биатлон — балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа, артабан үҫтереүҙә, физик күнекмәләр араһында беренсе урын алып тора, тип әйтһәк һис тә хата булмаҫ.
Һеҙҙе лә ниндәй ҙә булһа спорт менән шөғөлләнергә өндәйбеҙ! Шулай, дуҫтар, сәләмәт тәндә — сәләмәт йән!
Читайте нас: