19 ғинуарҙа Инорстағы Өфө йылғаһы ярындағы тауға балалар тюбингтан шыуырға барған. Тимур Дима исемле малай менән шыуып төшкән. Һуңынан балалар боҙ ҡарарға йүгергән. Ҡапыл Тимур боҙ аҫтында ҡалған. Дима уның ҡулынан тотоп алған һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыра башлаған. Ата-әсәләре тауҙан төшөп, балаларға боҙло һыуҙан сығырға ярҙам иткән.