+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2019, 02:00

Ҡарбабай

Бөтә донъя ҠАРБАБАЙҙар көнө!

Хөрмәтле төркөмдәштәр, ә һеҙ беләһегеҙме, бөгөн ниндәй көн икән? Бөгөн бит, Бөтә донъя ҠАРБАБАЙҙар көнө! Байрам менән барығыҙҙы ла....
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
ҠАР ЙОМҒАҠТАР
Епшек ҡарҙан кемуҙарҙан
Йүгерә аҡ йомғаҡтар.
Әүәләнгән, йомарланған
Нимә улар? Йомаҡтыр?
Тәгәрләтеп малай, ҡыҙҙар
Йомшаҡ ҡарҙан шар йыя,
Ҙур-ҙур булған шар-йомғаҡты,
Ҡатлап ултыртып ҡуя.
Танау — кишер, күҙҙәр — күмер,
Килешә бит, һай, ҡалай!
Сыбыҡ ҡулдар, башта — биҙрә,
Баҫып тора ҡарбабай!
Читайте нас: