+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2019, 13:35

Ижади конкурс

Иғтибар! Мәктәп уҡыусылары өсөн ижади конкурс! "Бәләкәй шаһзат" әҫәрен тәржемә итеүсе Денис Өмөтбаев конкурс иғлан итә!

Иғтибар! Мәктәп уҡыусылары өсөн ижади конкурс! "Бәләкәй шаһзат" әҫәрен тәржемә итеүсе Денис Өмөтбаев конкурс иғлан итә!
Мәктәп китапханаһына Испанияла башҡорт телендә нәшер ителгән коллекцион баҫма отоп алырға теләүселәр был акцияға ҡушыла ала.
Донъялағы иң билдәле әҫәр мәктәп уҡыусыларының ижади дәртен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Конкурсҡа тип тәғәйенләнгән китаптар 10 дана ғына, тимәк,10 мәктәп тылсымлы китап эйәһе була ала!
Өҫтәп, 2 китап балалар баҡсалары өсөн бүленгән.
Бының өсөн ошо яҙыу аҫтында беркетелгән электрон китапты алып һәм күңелгә оҡшаған өҙөктө сәхнәләштереп, видеоға төшөрөп 28 февралгә тиклем интернетҡа һалырға ғына кәрәк. Ҡыҫҡа видеояҙманы VK һәм Instagram селтәрҙәрендә #бәләкәйшаһзат хэштэгы менән нығытып һалыу мотлаҡ шарт (өҫтәлмә хэштэгтар ижади төркөм ҡарамағына ҡулланыла ала).
Иң күп лайыҡтар йыйған яҙма айырым баһаланасаҡ һәм EТE-медиа студияһынан махсус приз менән бүләкләнәсәк.
Алға, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: