+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2019, 14:02

Башҡортса яңы видеоуйын

Башҡортса майнкрафт.Стәрлетамаҡ ITоҫталары башҡорт эпосы нигеҙендә яңы видеоуйын әҙерләй.

Башҡортса майнкрафт.
Стәрлетамаҡ ITоҫталары башҡорт эпосы нигеҙендә яңы видеоуйын әҙерләй. Уйындың персонаждары - эпос геройҙары. Программаны БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары Руслан Кәримов, Вадим Мырҙағәлин, Илнур Дилмөхәмәтов, Вадим Насыров һәм Александр Логвиненко етәкләй. Уларҙың сит ил компаниялары өсөн видеоуйын әҙерләү тәжрибәһе бар икән.
Уйындың сюжет линияһы "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Иҙеүкәй менән Мораҙым" эпостарына һәм башҡорт легендаларына нигеҙләнгән. Мажаралы уйын шарттарында батыр төрлө һынауҙар үтеп башҡорт ерендә тыныслыҡ урынлаштыра.
Читайте нас: