Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала балалар өсөн Театр йылын асыу тантанаһы үтте. "Театр – ул байрам, күңелле минуттар... Театрҙа һәр кем үҙен тәртипле тоторға, килешле кейемдә булырға тейеш", – тине китапханасы Гөлназ Үтәгәнова апай. Ул шулай уҡ театр этикеты, театрҙың тарихы тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Тамашаға ҡаланың "Әлифба" баҡсаһы кескәйҙәре килгәйне. Балалар "Маша һәм айыу" әкиәтен ҡараны.