-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2019, 12:52

"Туғанлыҡ" фестивале үтәсәк

23-30 майҙа Өфөлә VII«Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале ойошторола. Афишала — Башҡортостандан, Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Үзбәкстандан, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан 13 спектакль.

Фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова «Башинформ» агентлығына фестивалдең афишаһы тураһында һөйләне. Фестивалдә быйыл алты номинацияла «Алтын битлек» премияһына тәҡдим ителгән ике спектакль күрһәтелә: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов ҡуйған «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Гүзәл Яхина) һәм Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының «Тормошмо был?..» (Ғаяз Исхаҡи), режиссеры — Айҙар Заббаров.
Башҡортостан фестивалдә Мостай Кәрим повесы буйынса «Туғанлыҡ» спектаклен күрһәтә (Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе). Режиссеры — Антон Федоров. Билдәле булыуынса, 2019 йыл — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула.
Бынан тыш, фестиваль барышында «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙа, һуңынан конференция материалдары буйынса мәҡәләләр йыйынтығы сығарыла.
Читайте нас: