-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2019, 12:32

Мөғжизәләр илендә

Мөғжизәләр илендә Яңы йыл алдынан Ҡаранйылға ауылында «Мөғжизәләр илендә» тигән конкурс иғлан ителгәс тә, ҡарҙан төрлө скульптуралар ижад итеүгә ауыл халҡы дәррәү ҡушылды.

Мөғжизәләр илендә
Яңы йыл алдынан Ҡаранйылға ауылында «Мөғжизәләр илендә» тигән конкурс иғлан ителгәс тә, ҡарҙан төрлө скульптуралар ижад итеүгә ауыл халҡы дәррәү ҡушылды. Мауыҡтырғыс һәм файҙалы эштә ауылдың олоһо ла, кесеһе лә бик әүҙем ҡатнашты. Ҡар ярҙамында серле әкиәт донъяһы һынландырылды.
Ауыл урамдарын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ғына түгел, төрлө әкиәт персонаждары, шул иҫәптән Яңы йыл символы булған Ҡабан да биҙәй. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ әйтеме. Ҡарҙан яһалған һындар менән ауыл тотош әкиәт донъяһына сумды. Ә иң мөһиме, улар тирәһендә балаларҙың шат тауыштары тынмай. Ҡаранйылға оҫталарына «афарин» тип кенә әйтергә ҡала, улар тыуҙырған ҡар һындары ҡыш буйына ауылды йәмләп торасаҡ.
Читайте нас: