+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2019, 13:15

Асия һәм бәрәстәр

Асия һәм бәрәстәрТышта шундай һыуыҡ бөгөн,Ҡыш бабай тауҙар өйә.“Бәрәстәр өшөп ҡуймаһын!”,Олатайым, эй, көйә.

Асия һәм бәрәстәр
Тышта шундай һыуыҡ бөгөн,
Ҡыш бабай тауҙар өйә.
“Бәрәстәр өшөп ҡуймаһын!”,
Олатайым, эй, көйә.
Һарайҙан алып та инде
Ике кәзә бәрәсен.
Береһе аҡ, икенсеһе
Кейгән ҡара кәпәсен.
Карауатҡа һикерергә
Маташалар үҙҙәре.
Ҡайһылай шуҡ, шаянҡайҙар,
Бәзләп тора күҙҙәре.
Асия иғтибар менән
Бәрәстәрҙе күҙәтә.
Эргәләренә уйнарға
Төшәм, тиеп йөҙәтә.
Йәйҙәр тәпәй бүләк итер,
Һеңлем йүгереп китер.
Асия ла, бәрәстәр ҙә
Ҙур булып үҫеп етер!
Читайте нас: