Саф башҡортса Яңы йыл кисәһе, йәғни кескәйҙәр иртәлеге.
Үтә лә күңелгә яҡын, йылы, яғымлы, йөрәккә май булып яғылған һүҙҙәр менән асылып китте 221-се башҡорт балалар баҡсаһында кескәйҙәр иртәлеге. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки, сөнки, бәләкәстәр был байрамды саф башҡортса, үҙ телендә — әсә телендә әҙерләнгән. Бигерәк тә матур үҙҙәре, ә телдәре, телдәре сөбханаллаһ, асылып бөтмәһә лә, шул тиклем дә тәмлекәс, татлы ғына...
Бүлмә уртаһында ҡупшы шыршы, төп хужалар: Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу әлегә килеп етмәгән. Ә кемдәр һуң балалар янында йырлап, бейей?! Әәәә аңлашылды, улар бит йәнһүрәттән килгән персонаждар: Фиксиктар: Симка менән Нолик... Ҡалай, ҡыҙыҡ... Баҡһаң, улар бит... Ҡуй, һөйләп бөтмәйем, үҙегеҙ уҡып белегеҙ, ә шулай ҙа һеҙгә, дуҫтарыма, ҡыҫҡа ғына бер өлөшөн тәҡдим итәм...
— Балалар, ишеттегеҙме ниндәйҙер тауыш ишетелде!! Тс-с-с, шым! (шыршыла уттар һүнә). Нимә булды беҙҙең баҙлауыҡ менән! Уттары боҙолдо, башҡаһы юҡ, нимә эшләргә инде хәҙер...
(“Фиксики” йәнһүрәтендәге көй ишетелә. Симка һәм Нолик килеп инә).
Симка: Сәләм! Яңы Йыл Сәләме һеҙгә дуҫтар!!! Бына беҙ ҙә килдек: Мин – Симка булам, ә ул – Нолик, минең ҡустым. Шыршылағы уттарығыҙ һүнгән икән, хәҙер беҙ уны ҡабыҙабыҙ!
Нолик: Иии, был сүп кенә инде беҙгә, хәҙер беҙ тиҙ генә эшләп ҡуябыҙ уны. (Шыршы артына сығалар,).
ТЫДЫЩ! (“йылп-йылп” килеп уттар ҡабына)