Өфө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 3 турҙан: текстҡа комплекслы анализ, инша, тест-викторина (10 һорау) торған төбәк-ара олимпиада башланды. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙған ярышта муниципаль этап еңеүселәре ҡатнаша. Олимпиадаға республика район-ҡалаларынан, шулай уҡ милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙән 9-11 кластарҙан 300-ҙән ашыу уҡыусы килде. Еңеүселәрҙең исеме 11 ғинуарҙа билдәле була.