Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Миңзәлә һәм Мәүлимбирҙе Нәзировтарға төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар ҡайтып төштө. Ниндәй ҡунаҡтар тиһегеҙме?! Иң ҡәҙерле ҡунаҡтары - ейән-ейәнсәрҙәре! Ҡышҡы каникулда ял итергә, өләсәйҙең тәмле аштары менән һыйланырға, олатайҙың йылы ҡосағына һыйынырға ҡайтҡан бит улар! Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Шамонин, Красноусол ауылдарынан йыйылған күҙ нурҙарына ҡыуанып бөтә алмай Нәзировтар.